9 декабрь, Йома

19 апрель 2016 йыл, 11:51

Был аҙнала төбәктә синоптиктар ямғыр вәғәҙәләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы көтөлә, юғары температура күҙалланмай. Һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.

Көндәр аяҙлы-болотло буласаҡ, бер аҙ ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы түбәнәйәсәк.

19 апрелдә һауа температураһы төндә +6,+11, көндөҙ +14,+19 градус тәшкил итәсәк. 20 апрелдә төндә, иртән һәм көндөҙ — ямғыр. Көндөҙ термометр бағанаһы 12-17 градус йылы күрһәтәсәк. 21 апрелдә ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы төндә +4,+9, көндөҙ +11,+16 градус.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән алты градусҡа юғары булыуы көтөлә.