Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Швейцарияла һабантуй һәм бишбармаҡ-party уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

5 июндә Женевала (Швейцария) татар-башҡорт фестиваль-һабантуйы уҙғарыла. Халыҡ байрамы иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем «Silk Road» рестораны паркында үтә. Ойоштороусыһы — «Юлдаш» Швейцария татарҙары һәм башҡорттары ассоциацияһы.

Халыҡ байрамына килеүселәрҙе ҙур концерт программаһы, милли сувенирҙар һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һатыу күргәҙмәһе, традицион аш-һыу һәм өлкәндәр, балалар өсөн спорт ярыштары көтә. Инеү бушлай.

«Женевала һабантуйға әҙерлек тулы кимәлдә бара. Бай концерт һәм спорт программаһы, ритайым һәм башҡа сюрприздар планлаштырыла. Ошо сараға ҡушылыусылар өсөн 4 июндә Женева буйлап экскурсия һәм башҡорт көйҙәренә бишбармаҡ-party ойошторам!», — тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Швейцарияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть