Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Валентина Матвиенко һәм Рөстәм Хәмитов «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

18 апрелдә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе — «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» сиктәрендә «Хәрби авиация өсөн двигателдәр» дивизионының төп предприятиеһы. Бында турбореактив авиация двигателдәре, газ һурҙырыу агрегаттары, вертолет двигателдәре өсөн деталдәр, газ-турбиналы энергетика өлкәһе өсөн продукция сығарыла һәм хеҙмәтләндерелә. Тауарҙың яртыһынан күберәге экспортҡа китә.

Валентина Матвиенко һәм Рөстәм Хәмитов Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты башланғысы буйынса булдырылған Авиация технологиялары технопаркын ҡараны. Уның эшмәкәрлеге фәнни идеянан продукцияны сериялы сығарыуға тиклем инновациялы проекттарға ярҙам итеү системаһын ойоштороуға йүнәлтелгән.

Рәсәй парламентының юғары палатаһы спикеры һәм республика Башлығы перспективалы асыштар лабораторияһында, ион-имплантация һәм плазмалы нанотехнологиялар, уҡыу-техник, прототиплау үҙәктәрендә, инженерлыҡ-етештереү комплексында булды, шулай уҡ йыйыу һәм һынау цехтарын ҡараны.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә Валентина Матвиенко предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, уларҙың эш шарттары, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть