4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2016 йыл, 9:01

Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы уҙҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 апрелдә Өфөлә Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды. Яҡтар республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе.

Валентина Матвиенко «Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк программалары һәм проекттары – йәштәр күҙлегенән» Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһын юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.

– Быйыл төбәк вәкиллектәренең һәм ҡатнашыусылар һанының ике тапҡырға артыуы Башҡортостан мәнфәғәттәре, һеҙҙең тәжрибәгеҙ хаҡында һөйләй. Уртаҡлашыр тәжрибәгеҙ бар. Быны илдең башҡа төбәктәрендә лә таратырға кәрәк, – тине Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе.

Рөстәм Хәмитов 2016 йылдың беренсе кварталында республиканың иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләне.

– Беҙ беренсе кварталды һәйбәт тамамланыҡ – һалымдар кереме буйынса плюс 9 процент. Сәнәғәт етештереүе – 100 процент сиктәрендә. Инвестиция йәһәтенән дә хәлдәр ыңғай. Төҙөлөш бара, улар туҡтамай, – тине республика Башлығы. – Беҙ торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләйбеҙ. Уҙған йылда беренсе урын алдыҡ – 2,65 миллион квадрат метр төҙөнөк. Ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында киләбеҙ. Быйыл да һәйбәт эшләрбеҙ, тип ышанам.

Мөһим мәсьәләләрҙе тикшереп, Рөстәм Хәмитов бәләкәй эшҡыуарлыҡты кредитлау буйынса процент ставкаларын кәметеү кәрәклеген билдәләне.

– Иҡтисад юғары үҫеш темптарын талап итә. Бының өсөн аҡсаның хаҡы түбән булырға тейеш. Беҙгә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты бөтә процестарға индерергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Бөгөн бәләкәй бизнес күп өҫтөнлөктәргә эйә, үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар, әммә шул уҡ ваҡытта кредит ставкалары бик юғары. Был ҡаршылыҡты еңеп сығыуы ауыр. Ошо йәһәттән ниҙер эшләргә кәрәк, әлбиттә.

темалар: бр башлығы