4 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2016 йыл, 14:44

Өфө амфитеатрында Симфония төнөн уҙғарыуға 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө амфитеатрында Симфония төнөн уҙғарыуға федераль бюджеттан 3,1 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта дәүләт һатып алыуҙары порталы хәбәр итә, унда Өфөлә традицион open air үткәреү өсөн тендер урынлаштырылған. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, өфөләр яратып өлгөргән асыҡ һауалағы акция 25 майҙа ойошторола һәм «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален аса.

Быйыл Симфония төнө Йәштәр симфоник оркестры һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы, БРИКС илдәренең сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығында үтә. Фестивалде ойоштороусы булып Башҡорт дәүләт филармонияһы сығыш яһай.

2013 йылдың 5 сентябрендә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Өфө амфитеатрында тәүге тапҡыр Симфония төнөн ойошторҙо. 2014 йылда эстафетаны республиканың Йәштәр симфоник оркестры ҡабул итте. 2015 йылда ике оркестр ҙа С.Т.Аксаков исемендәге баҡсала һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында симфоник әҫәрҙәр башҡарҙы. Быйыл Симфония төнө Өфө амфитеатрында уҙғарыла.

темалар: симфония төнө