9 декабрь, Йома

18 апрель 2016 йыл, 14:14

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлгән йорттар һаны буйынса Рәсәйҙә алтынсы урында

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлгән йорттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урын биләне.

Рейтингта беренсе урынды Белгород өлкәһе алды, унда 5170 йорт теркәлгән, йәғни пландан 100 процент. Артабан Киров һәм Мурманск өлкәләре, Ҡалмыҡстан һәм Тула өлкәһе килә. Башҡортостанда иһә 18 129 күп фатирлы йорттарҙан Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһында 14 650 йорт теркәлгән, йәғни планлаштырылғандан 81 процент.

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, рейтинг системаға индерелгән объекттарҙың процент нисбәте һәм күп фатирлы йорттарҙың дөйөм һаны буйынса төҙөлә.