Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе күп профилле вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

21 апрелдә Өфөләге мәшғүллек хеҙмәтендә бөтә төр иҡтисади эшмәкәрлек һәм милек формаһындағы предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә.

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә табип, шәфҡәт туташы, инженер, менеджер, ашнаҡсы, эшсе, штукатурсы, бетон ҡойоусы, водитель, ташсы, урам һепереүсе һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Бынан тыш, йәрминкәлә Хабаровск крайының Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы «Сухой» авиация холдинг компанияһы филиалына токарь, фрезеровщик, дүртенсе-алтынсы разрядлы слесарь һөнәрҙәре буйынса хеҙмәткәрҙәр йыйыу ойошторола. Хеҙмәт хаҡы — 70-90 мең һум.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть