11 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2016 йыл, 11:38

Баш ҡалала интеллектуаль милек буйынса бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк проекттары — йәштәр күҙлегенән» тип аталған бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы башланды. Ул «Интеллектуаль милек — XXI быуат» IX халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙа. Сараны ойоштороусылар булып Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте, Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт (Роспатент), Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһы, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм Рәсәй дәүләт интеллектуаль милек академияһы сығыш яһай.

Конференцияның модераторҙары — Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге директоры Михаил Швантнер, Рәсәй дәүләт интеллектуаль милек академияһы ректоры Иван Близнец. Конференция эшендә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, шулай уҡ федераль министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнаша.

Сарала Өфө уҡыусылары һәм студенттары үҙҙәренең ғилми-техник, нефть химияһы һәм нефть сығарыу сәнәғәте, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау, авиация сәнәғәте, тимер юл транспорты, иҡтисад һәм мәғариф өлкәһендәге проекттары менән таныштыра.

Конференция аҙағында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт, «Сколково» фонды, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй дәүләт интеллектуаль милек академияһы, «Jacobacci & Associati» юридик фирмаһының (Италия) номинацияларын иҫәпкә алып, иң яҡшы проекттарҙы бүләкләү тантанаһы уҙа.