Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булды. Театрҙың баш рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеровҡа «Костюм буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында премия бирелде. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, премияны Рәсәй сценографы, рәссам, бер нисә тапҡыр «Алтын битлек» лауреаты исемен алған Сергей Бархин тапшырҙы.

«Башҡорт классигы Мәжит Ғафуриҙың повесы уҙған быуаттың 30-сы йылдарында революцияға тиклемге тормоштоң хөрәфәттәре тураһында хикәйә булараҡ яҙылған. Әҫәрҙә боронғо традициялар ике ғашиҡ йәндең — Ғәлимә менән Закирҙың бәхетен һәм ғүмерен ҡыя. Заманса театр һәм йәш режиссер Айрат Абушахманов беҙҙең көндәрҙә лә бик актуаль булған диндәге, ырыуҙағы, көнкүрештәге сабырһыҙлыҡ тарихын сағылдыра», — тип билдәләй театр тәнҡитсеһе Владимир Спешков.

«Алтын битлек» премияһына 72 спектакль һәм 212 режиссер, актер, рәссам дәғүә итте. Уларҙың тулы исемлеген премияның сайтында табырға мөмкин.

Альберт Валерьевич Нестеров — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013). З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлаған. Студент йылдарында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы Таң Еникеевтың ассистенты була.

Һөнәри эшмәкәрлеген А.В.Нестеров 2001 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйыусы-рәссам булып башлай. 2003-2012 йылдарҙа — театрҙың баш рәссамы. 2012 йылдан Альберт Нестеров М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында баш рәссам булып эшләй. Сценограф, костюмдар һәм яҡтыртыу буйынса рәссам, театрҙың реклама продукцияһы дизайнеры. Бөгөн Альберт Нестеров — төрлө театр майҙансыҡтарында 60-тан ашыу спектаклдең рәссам-биҙәүсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть