10 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2016 йыл, 8:36

Өфөлә Свердловск өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан күрше төбәктән ҡунаҡтар ҡабул итергә әҙерләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 21-23 апрелдә республикала Свердловск өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Күрше төбәктең рәсми делегацияһын мәҙәниәт министры урынбаҫары Галина Головина етәкләй.

Өфөлә Свердловск өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәрен әҙерләү һәм уҙғарыу мәсьәләһе буйынса Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова етәкселегендә ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Ҡунаҡтар өсөн бай мәҙәни программа әҙерләнгән. Улар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Туфан Миңнуллиндың «Мулла» спектаклен ҡараясаҡ. Сәфәр сиктәрендә Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу ҡаралған. Ҡунаҡтарҙың Башҡортостан Милли музейының артефакттары менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығында мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса ике төбәк етәкселегенең осрашыуы үтә. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Свердловск өлкәһе ҡулланма-биҙәү сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостанда Свердловск өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре Свердловск өлкәһенең үҙешмәкәр артистары һәм коллективтары әҙерләгән концерт менән тамамлана.