9 декабрь, Йома

15 апрель 2016 йыл, 17:23

Республика спорты тәрбиәләнеүсеһе ауыр атлетика буйынса Европа чемпионатында көмөш миҙал яуланы

фото: www.rsport.ru

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Норвегияның Фьорд ҡалаһында ауыр атлетика буйынса Европа чемпионаты дауам итә.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 63 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Рәсәй командаһы ике төр ярышта ике беренсе урын алды.

Европа чемпионы исемен Наталья Хлесткина (222 килограмм) яуланы. Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Диана Әхмәтова (219 килограмм) көмөш миҙалға лайыҡ булды.

«Бронза» Италиянан Джорджия Бординьонға эләкте.