7 декабрь, Шаршамбы

15 апрель 2016 йыл, 17:08

Өфөлә «Төркиҙәр алтыны» халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашыусылар Рәсәй Президентына мөрәжәғәт яҙҙы

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә «Төркиҙәр алтыны» халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашыусылар Рәсәй Президентына мөрәжәғәт яҙҙы. Мөрәжәғәттең асылы — әүҙем төрки йәштәрен, шулай уҡ халыҡ-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге йәш белгестәрҙе туплау өсөн берҙәм ойошма булдырыу башланғысы.

Мөрәжәғәт өсөн видеокадрҙар Өфөнөң Ленин урамында «Төркиҙәр алтыны» тип аталған граффити янында төшөрөлдө. Милли кейем һәм форумдың фирма курткаһын кейгән 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы ике рәткә теҙелеп баҫты. Әҙер видеоролик бөгөн кис форумды ябыу тантанаһында күрһәтеләсәк, форум тамамланғас, Рәсәй Президентына тапшырыласаҡ.

Бөгөн алты көн барған «Төркиҙәр алтыны» форумы тамамлана. Йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу һәм Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен үҙ-ара байытыу сараның төп темаһы булды. Форум барышында ҡатнашыусылар тыуған төбәктәре өсөн социаль яҡтан әһәмиәтле бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән проекттар булдырыу өҫтөндә эшләне. Ошо проекттарға идара итеү өсөн яуаплылыҡты төрки йәштәренең берҙәм ойошмаһы үҙ өҫтөнә алды.

Проект сессиялары һөҙөмтәһендә ҡатнашыусылар Рәсәй биләмәһендә туризмды үҫтереү, төрки мәҙәниәтен популярлаштырыу, рәсәйҙәрҙең милли грамоталылығын күтәреү, берҙәм милләт-ара мәғлүмәт биреү платформаһын булдырыу кеүек проекттар әҙерләне.