4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2016 йыл, 16:23

Башҡортостан Бәләбәй моноҡалаһын үҫтереү буйынса килешеү төҙөргә ниәтләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Киләһе аҙнала Башҡортостан Бәләбәй моноҡалаһын үҫтереү буйынса генераль килешеү төҙөргә ниәтләй. Документҡа «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән ҡул ҡуйыласаҡ.

Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков хәбәр итеүенсә, Бәләбәй моноҡалаһы буйынса күҙалланған инвестиция күләме 7 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.

«Бында Бәләбәй һөт комбинатына бәйле агросәнәғәт проекттары тормошҡа ашырыласаҡ. Меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк», — тип өҫтәне Сергей Новиков.

2014 йылдың октябрендә Внешэкономбанк «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырҙы. Уның маҡсаты – социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булған моноҡалаларҙа ҡаланы барлыҡҡа килтереү предприятиеһына бәйле булмаған эш урындары асыу, шулай уҡ инфраструктура һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу юлы менән инвестициялар йәлеп итеү.