11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2016 йыл, 16:03

Өфөлә меңдән ашыу кеше йырсы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алырға йыйыласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 апрелдә Өфөләге Йәштәр һарайында йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Вәсилә Фәттәхованың иҫтәлегенә арналған концерт була. Концерттың «Яҙҙар һайын…» тип аталыуы йырсының йыл һайын йыр-моң һөйөүселәр өсөн тамаша үткәреүе хаҡында иҫкә төшөрә.

Концертта башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары: Айҙар Ғәлимов, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Нәзифә Ҡадирова, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Алмаз Шәрифуллин («Айфара» төркөмө), Инсаф Ғәлимов, Ләйлә Һәм Рөстәм Ғәлиевтар, Наил Шәймәрҙәнов, Хәмдүнә Тимерғәлиева һәм башҡалар сығыш яһай. Концерттан килгән аҡса мәрхүмәнең балалары — Кәрим менән Камиләгә ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

Сарала «Тыуған яҡ» йырының яңы варианты яңғыраясаҡ. Шулай уҡ Вәсилә Фәттәхованың «Ашығаһың» исемле һуңғы альбомының исем туйы буласаҡ.

Концертты «RADUS» продюсер үҙәге ойоштора. Билдәле продюсер Радмир Усаев әйтеүенсә, билеттар шунда уҡ һатылып бөткән.

Вәсилә Фәттәхова — популяр йырсы, «Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш», «Атайым», «Әйтелмәгән мөхәббәтем» кеүек киң танылыу яулаған һәм башҡа йырҙарҙы башҡарыусы. 26 ғинуарҙа Өфөлә 37-се йәшендә ҡыҙы тыуғандан һуң вафат булды. Йырсының ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе меңдәрсә кешене тетрәндерҙе.