4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2016 йыл, 15:29

Республика эҙәрмәндәре Ҡырымда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күп кеше күмелгән ҡәберлекте тапҡан

фото: Владимир Волков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан эҙәрмәндәре Ҡырымда бынан 70 йыл элекке ҡәберлекте тапҡан. Төбәк «Хәтер вахтаһы» сиктәрендә Белогорск районында ҡаҙыу эштәре алып барыла. «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе һәм Белогорск районының «Үҙәк» хәрби-тарихи йәмәғәт ойошмаһы отряды эҙәрмәндәре партизандарға ҡаршы операция барышында тыныс халыҡты һәм партизандарҙы бомбаға тотҡан, артабан ҡалған кешеләрҙе үлтергән саҡта һәләк булғандарҙың ҡәберлеген тапҡан.

«Билдәләнеүенсә, 1944 йылдың 3-4 ғинуарында Васильков үҙәнендә тыныс халыҡ һәм яралылар бомбаға тотола, һуңынан үҙәнгә румындар һәм полицейскийҙар баҫып инә. Ерле халыҡтың хәтерләүе буйынса, йөҙҙәрсә кеше һәләк була, шуларҙың өстән бер өлөшө — балалар. Бөгөнгә тиклем бер генә шундай ҡәберлек билдәле булған», — тип һөйләне Башҡортостан патриотик тәрбиә биреү үҙәгенең саҡырылышҡа әҙерләү бүлеге етәксеһе Владимир Волков.

Белогорск районы хакимиәте һәләк булғандарҙы мемориалда яңынан күмеү өсөн эксгумация үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Әлеге мәлдә эҙәрмәндәр 14 кешенең һөлдәһен тапҡан.