7 декабрь, Шаршамбы

15 апрель 2016 йыл, 14:34

Ял көндәрендә төбәктә йылғаларҙың ныҡ ташыуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошоноң йылы тороуына бәйле йылғаларҙың ныҡ ташыуы көтөлә. Был хаҡта һыу һаҡлағыстарҙың эш режимын көйләү, ташҡын мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ултырышында республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итте.

«Иң яуаплы көндәр башлана, — тине министр. — Республика халҡына уяу булырға, хеҙмәттәргә иһә әҙер торорға кәрәк».

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 18 апрелгә тиклем төбәктә йылы һауа торошо һаҡланасаҡ. Бөгөн республиканың көньяғында һәм төньяҡ-көнсығышта, Урал аръяғы райондарында һыу күп. Тау-урман зонаһында ҡар ҡатламы һаҡлана.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр һүҙҙәренсә, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре биләмәләрендә лә һыу күп буласаҡ. «Был һыу Башҡортостандағы һыу объекттарына — Эҫем, Йүрүҙән, Ҡариҙел һәм Әй йылғаларына төшәсәк, —  тип хәбәр итте Виталий Тюр. — Шуға күрә ошо йылғаларҙың да ҡапыл күтәрелеүен көтәбеҙ».

темалар: ташҡын