11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2016 йыл, 13:09

25 апрелдән Башҡортостанда усаҡ яғыу тыйыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде. 25 апрелдән усаҡ яғыу тыйыла, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

25 майға тиклем тораҡ пункттар, баҡсасылар ширҡәттәре һәм йорт-ҡаралты тирәһендә сүп-сар яндырырға ярамай. Усаҡты, сүп-сарҙы бинанан 50 метрҙан яҡыныраҡ яғыу тыйыла.

Дачаға йөрөүселәргә, экологик өмәләрҙә ҡатнашыусыларға сүп-сарҙы махсус сүплеккә ташырға кәрәк. Усаҡ яғыуға тыйыуҙы боҙған осраҡта административ штраф һалынасаҡ, тип өҫтәнеләр министрлыҡта.