10 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2016 йыл, 12:25

Өфөлә «Бәпембә» II республика балалар шиғриәте фестивале уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Бәпембә» II республика балалар шиғриәте фестивале уҙа. Сараны үҙенең 25 йыллығы уңайынан «Аҡбуҙат» журналы ойошторған. Фестивалдә Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге призға шиғыр конкурсына йомғаҡ яһала.

«Бәпембә» балалар шиғриәте фестивалендә республиканың төрлө райондарынан 40-тан ашыу бала ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла —төрлө номинацияларҙа һәм йәш категорияларында еңеүселәр. Фестивалдең йомғаҡлау кисәһендә башҡорт телендәге балалар матбуғатының мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк: тиражды, интернет заманында баҫма продукцияны һаҡлау.

«Аҡбуҙат» республика балалар журналы биттәрендә Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге призға шиғыр конкурсы дүрт йыл дауамында бара. «Бәпембә» — «Ағиҙел» журналы эсендә сыҡҡан баҫманың тәүге исеме. 25 йыл элек үҙаллы журнал «Аҡбуҙат» тип атала башлай һәм уның тәүге мөхәррире итеп Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева тәғәйенләнә. Шул ваҡыттан бирле баҫма меңдәрсә балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең ышанысын яулаған. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн күргәҙмә әсбап булып тора.

Йыл һайын «Аҡбуҙат» журналы коллективы Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт федераль агентлығы тәҡдим иткән темаларға социаль әһәмиәтле проекттар әҙерләй. 10 йыл инде журналға «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһе тапшырыла. «Бәләкәй принц» бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булған, Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә ҡатнашҡан.