Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Мәсетле районында мебель производствоһында булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

14 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәсетле районына эш сәфәре барышында Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «Вега» мебель фабрикаһында булды. Предприятиеға 2000 йылда нигеҙ һалынған.

Әлеге ваҡытта фабрикала 40 төрҙән ашыу йомшаҡ мебель етештерелә. Мебель эшләү өсөн материалдарҙың бер өлөшө Өфө фанера комбинатынан һатып алына. Быйыл 1 444 гектар майҙанлыҡ урман участкаһын ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөлгән һәм таҡталар әҙерләү ойошторолған.

Фабрика етәксеһе Иван Скрябин әйтеүенсә, йыл һайын предприятиела 25 миллион һумлыҡ продукция сығарыла. 2012 йылдан алып производство «Сельхозхимия» предприятиеһы оҫтаханаһының элекке бинаһында 3 мең квадрат метр майҙанды биләй. Рөстәм Хәмитов каркаслы, бысыу һәм йыйыу цехтарын ҡараны. Бинаны реконструкциялау һәм заманса ҡорамалдар һатып алыу өсөн 10 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған, тип билдәләне Иван Скрябин. Был хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек биргән.

Мебель Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Балаҡатай, Мәсәғүт ауылдарында, шулай уҡ Свердловск өлкәһендә «Вега» сауҙа йорттары аша һатыла.

Мәсетле районында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Оло Ҡыҙылбай ауылында «Ҡыҙылбай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта Ыҡ йылғаһы тамағындағы һыуһаҡлағыс буйында урынлашҡан «Ҡарағай» шифаханаһында булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть