10 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2016 йыл, 10:35

Рөстәм Хәмитов Дыуан районындағы агросәнәғәт комплексының эше менән танышты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Дыуан районындағы агросәнәғәт комплексының эше менән танышты.

Мөлкәт ауылында республика етәксеһе һөтсөлөк-тауар фермаһын һәм «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашҡан «Урал-Тау» ауыл хужалығы предприятиеһының машиналар ихатаһын ҡараны.

Ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Таһир Зарипов әйтеүенсә, программа сиктәрендә 400 башҡа иҫәпләнгән һыйыр һәм 250 башҡа иҫәпләнгән быҙау аҙбарҙары яңыртылған, 3 000 кубометрға силос, сенаж соҡоро төҙөлгән. Әлеге ваҡытта хужалыҡта 2 152 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 552 һыйыр, 5 296 сусҡа һәм 312 баш йылҡы бар. Үткән йылда 1 618 тонна һөт һәм 1 139 тонна ит етештерелгән. Бер һыйырҙан һауым 4 192 килограмм тәшкил иткән. Быйыл «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 800 башҡа иҫәпләнгән ике һыйыр аҙбары, шулай уҡ һимертеү майҙансығын йыһазландырыу күҙаллана.

Бынан тыш, «Урал-Тау» ауыл хужалығы предприятиеһы яҙғы баҫыу эштәренә әүҙем әҙерләнә. Сәсеү майҙаны 11 401 гектар тәшкил итәсәк, шул иҫәптән яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар өсөн 5 998 гектар, ужым игененә – 2 615, мал аҙығы өсөн 2 077 гектар ер бүленәсәк. Былтыр игендең уңышы 116 905 центнер тәшкил итте (гектарынан 19,3 центнер уңыш).

Республика Башлығы ер һәм уны эшкәртеү өсөн техника һатып алыу иҫәбенә сәсеү майҙандарын арттырыу кәрәклеген билдәләне.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ район үҙәге Мәсәғүттә «Төньяҡ-Көнсығыш» машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Предприятие банкрот хәлендә. 2015 йылда зыян 44,3 миллион һум тәшкил иткән.

Ауыр финанс хәленә бәйле быйыл предприятие яҙғы баҫыу эштәрен 9 511 гектарҙа ғына үткәрергә һәләтле, тип хәбәр итте машина-технология станцияһының генераль директоры Юрий Сафонов. Был сәсеү майҙанының 63 процентын тәшкил итә.

Банкротлыҡ процедураһын туҡтатыу маҡсатында кредиторҙар менән планлы эш алып барыла. Шулай уҡ төп производствоға йәлеп ителмәгән техниканы һәм мөлкәтте 38 миллион һумға һатыу планлаштырыла.

Республика Башлығы предприятие етәкселеге менән машина-технология станцияһын финанс йәһәтенән һауыҡтырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе һәм перспективалы план төҙөргә ҡушты.

Дыуан районында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ауыл хужалығы белгестәре һәм эшсе һөнәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнгән Дыуан күп профилле колледжында булды.