11 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2016 йыл, 17:44

Башҡортостан Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә. Өфөлә республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Ветерандар эше буйынса координация советы ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова иҫтәлекле дата уңайынан планлаштырылған саралар хаҡында һөйләне.

«Еңеү көнөнә арналған байрам сараларын дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары ойоштора. Ғәҙәттәгесә, «Тыныслыҡ китабы», «Һалдатҡа хат», «Тыныслыҡ күгәрсене», «Өс быуын осрашыуы», «Еңеү билеты», «Хәтер шәме» акцияларында әүҙем ҡатнашыу, шулай уҡ фестивалдәр, акциялар, конкурстар, лекциялар, тематик кисәләр, күргәҙмәләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар, флешмобтар, һәйкәлдәргә сәскә һалыу ҡаралған», — тип хәбәр итте ведомство башлығы.

Иҫтәлекле дата алдынан республика театрҙары һәм филармонияларында спектаклдәр һәм концерттар күрһәтелә. Еңеү көнө уңайынан концерт һәм рәсми ҡабул итеү 6 майҙа «Башҡортостан» концерт залында уҙа.

Муниципалитеттарҙа байрам сараларына әҙерлек әүҙем бара. Райондарҙа Дан аҙналығы, «Үлемһеҙ полк» һәм «Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» акциялары, «Тыуған илем — Рәсәй!» илһөйәрлек сәғәттәре, Ватан Геройҙары тураһында видеопрезентациялар, «Тормошта ҡаһарманлыҡҡа урын бармы?» темаһына фекер алышыуҙар ойошторола.

«9 майҙа һәм 22 июндә Башҡортостандағы бөтә музейҙарҙа «Асыҡ ишектәр көнө» уҙа. Музейҙар «Берҙәм ҡаһарманлыҡ дәресе» үткәрә, Хәтер вахтаһында, «Был тереләргә кәрәк!», «Өс мөйөшлө фронт хаттары» акцияларында ҡатнаша. Майҙа Бөрө һәм Сибай тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында Бөйөк Ватан һуғышына арналған яңыртылған экспозициялар асыу күҙаллана. Бәләбәй, Бишбүләк музейҙарында балалар рәсемдәре күргәҙмәләре асыла», — тип өҫтәне республиканың мәҙәниәт министры.