5 декабрь, Дүшәмбе

14 апрель 2016 йыл, 17:04

2017 йылда республикала халыҡ-ара ветеринарҙар конгресын уҙғарыу күҙаллана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылда VII Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресын Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәреү күҙаллана. Бындай ҡарар әле Сочиҙа барған шундай уҡ йыйында ҡабул ителде.

Белгестәр һүҙҙәренсә, Башҡортостандың үҫеш ҡеүәте ҙур булған агросәнәғәт секторы, уның инвестиция йәлеп итеүсәнлеге республиканы ветеринарҙарҙың киләһе конгресын үткәреү урыны булараҡ һайлағанда төп роль уйнаған.

Сочиҙағы йыйында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов республика малдарҙың һәм ҡош-ҡорттарҙың хәүефле йоғошло ауырыуҙары буйынса имен төбәк иҫәпләнә тип белдерҙе.

Бынан тыш, Башҡортостан малсылыҡ продукцияһын күпләп етештерә. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙең 60 проценттан ашыуы тап малсылыҡҡа тура килә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 10 ҡошсолоҡ фабрикаһы һәм 12 сусҡасылыҡ комплексы иҫәпләнә. Республика һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ихтыяжы өсөн эшләгән тоҡом малы хужалыҡтары уңышлы эш итә, тип белдерҙеләр быйылғы халыҡ-ара ветеринарҙар конгресында.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Сочиҙа республика агросәнәғәт комплексы делегацияһы ағзалары төрлө форумдарҙа, рәсми осрашыуҙарҙа һәм эшлекле һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыуҙан тыш, конгресты, махсуслаштырылған күргәҙмәне ойоштороу һәм уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнә.