Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Һылыуҡай-2016» матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусылар өсөн асыҡ тауыш биреү бара

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Һылыуҡай» республика матурлыҡ бәйгеһе финалына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. 19 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайлайҙар. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Һылыуҡай»ҙың рәсми төркөмөндә ҡатнашыусылар өсөн асыҡ тауыш биреү бара, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙарҙың береһе тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ буласаҡ.

Быйыл конкурста Башҡортостандың 10 район һәм ҡалаһынан 16 ҡыҙ ҡатнаша, улар араһында Магнитогорск, Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уҙғарылған бәйге еңеүселәре бар. Әлеге ваҡытта ҡатнашыусылар хореографтар, уҡытыусылар етәкселегендә вокал, актерлыҡ оҫталығы, бейеү, визаж серҙәренә төшөнә.

«Гран-при яулау өсөн сәхнә мәҙәниәтенә эйә булыу, башҡорт халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, әҙәби башҡорт телен белеү мөһим», — тип аңлатма бирҙеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

«Һылыуҡай» республика телевизион гүзәллек бәйгеһе 24-се тапҡыр ойошторола. Ошо йылдар эсендә конкурста 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашты, уларҙың күбеһе телеиндустрия, реклама һәм модель бизнесында үҙ карьераһын дауам итте. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» телеканалы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть