10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2016 йыл, 15:27

Бер аҙна эсендә республикала кәбеҫтә ҡиммәтләнгән һәм алма арзанайған — статистика

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 4 апрелдән 11-нә тиклем республикала аҡ күсәнле кәбеҫтә (6,4 процентҡа), кишер (3,4), туңдырылған балыҡ (1,5) ҡиммәтләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Ошо ваҡыт эсендә стерилләнгән һөт (0,7 процентҡа), ҡарабойҙай һәм аҡ май (0,6), көнбағыш майы (0,5), аш тоҙо һәм арыш икмәге (0,4), бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм булка изделиелары, пастеризацияланған һөт (0,2), һарыҡ ите, һыйыр ите һәм бөртөклө ҡара сәй (0,1) ҡыйбатланған.

Шул уҡ ваҡытта алма (2,2 процент), башлы һуған (1,3), сусҡа ите (1,0), тары ярмаһы (0,8), тауыҡ йомортҡаһы, картуф, шәкәр ҡомо (0,6), дөгө (0,3), тауыҡ ите (0,2) арзанайған. Вермишель һәм бойҙай онона хаҡ үҙгәрмәгән.

Йыл башынан Башҡортостанда инфляция 1,8 процент тәшкил иткән. Ғинуарҙа ҡулланыусылар баҙарында хаҡтар үткән айға ҡарата 0,8, февралдә — 0,6, мартта 0,4 процентҡа артҡан.