11 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2016 йыл, 14:49

Төбәккә федераль бюджеттан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 895 миллион һум аҡса бүленгән

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанға быйыл федераль бюджеттан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 895 миллион һум аҡса бүленгән. Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендә республика ҡарамағындағы Ветерандар эше буйынса координация советы ултырышы уҙҙы.

Республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

«Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығы алдынан тәү сираттағы бурысыбыҙ — республикала йәшәгән һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү. Һуңғы алты йылда ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан республикаға 11 миллиард 68 миллион һум аҡса бүленде. Был аҡсаға 10146 кеше торлаҡ менән тәьмин ителде, шуларҙың 2828-е — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм 7318-е — тол ҡатындар, — тип хәбәр итте Хәлит Мәхмүтов. — 2016 йылдың 1 апреленә республикала дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы граждандар һаны 916 кеше тәшкил итә, шуларҙың 69 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж».

Ведомство башлығы әйтеүенсә, быйыл бүленгән аҡса апрель-май айҙарында 718 кешене (916-нан) торлаҡ сертификаттары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. 2016 йылдың 13 апреленә 386 сертификат әҙерләнгән, шуларҙың 49-ы — һуғышта ҡатнашыусылар өсөн. Еңеү көнөнә тиклем 69 һуғыш ветеранына сертификаттар тапшырыу бурысы ҡуйылған.