6 декабрь, Шишәмбе

14 апрель 2016 йыл, 13:34

Өфөлә «Мисс Башкортостан» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе билдәләнәсәк

фото: «Мисс Башкортостан» модель агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йәкшәмбе, 17 апрелдә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Мисс Башкортостан-2016» матурлыҡ бәйгеһенең финалы уҙа. Сараны ошо уҡ исемдәге модель агентлығы ойоштора. Республиканың тәүге һылыуҡайы исеме өсөн 19 ҡыҙ, төрлө ҡала һәм район вәкилдәре көс һынашасаҡ.

Финалға әҙерлек барышында бәйгеселәр «Мисс Талант», «Мисс Топ-модель» этаптарын үтте. Өфөнән Лилиә Бережная —  «Мисс Талант», Стәрлетамаҡтан Надежда Ивченкова «Мисс модель» исеменә лайыҡ булды. Быйылдан башлап «Мисс Башкортостан» конкурсында ҡатнашыусыларҙың хәйриә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге еңеүҙең төп шарты булып тора. Һәр кем үҙенең ҡала йәки районында хәйриә проектын әҙерләй. Улар етем балалар өсөн концерттар, фотосессиялар, конкурстар ойоштора, балалар йорттары өсөн канцелярия кәрәк-яраҡтары һәм уйынсыҡтар йыя, йәнлектәргә ярҙам акциялары үткәрә. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә һәр проект менән танышырға һәм оҡшағаны өсөн тауыш бирергә мөмкин.

Ғәҙәттәгесә, финалда ҡыҙҙар визитка, ижади конкурс, дефиле номинацияларында үҙҙәренең матурлығын һәм һәләттәрен күрһәтәсәк. Сара ҡунаҡтарын ҡыҙыҡлы концерт программаһы көтә.

Тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре һәм жюри баһаһы буйынса биш еңеүсе билдәләнәсәк. Гран-приға лайыҡ булыусы халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй гүзәллек бәйгеләрендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.