4 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2016 йыл, 12:28

Республикала башҡорт теленән Төбәк диктанты ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 апрелдә Башҡорт дәүләт университеты башҡорт теленән төбәк кимәлендә диктант ойоштора. Акция төп юғары уҡыу йортонда, уның филиалдарында, институттарында уҙғарыла. Өфөлә, Бөрөлә, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала туған телдән белем кимәле тикшереләсәк. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, диктанттың девизы — «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам». Проекттың бурысы — киң мәғлүмәт саралары һәм йәмғиәттең иғтибарын грамоталылыҡ проблемаһына йүнәлтеү, һәр кемгә ирекле диктант барышында үҙенең белемен тикшерергә мөмкинлек биреү, белемле булыуҙы модаға индереү.

Башҡорт теленән диктант яҙыу өсөн алдан теркәлергә кәрәкмәй. Акцияла ҡатнашыусылар бланкта үҙенең ысын исемен яҙмаҫҡа хоҡуҡлы. Тулыраҡ мәғлүмәт башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сайтында бирелгән. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-33-82; 273-82-72. Ҡатнашыусылар канцелярия кәрәк-ярағы менән тәьмин ителәсәк.

Башҡорт теленән төбәк диктанты тәүге тапҡыр 2015 йылдың апрелендә  ойошторолдо. Сарала 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар, студенттар һәм уҡыусылар туған телдән белемен тикшерҙе. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан диктант тексы Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романынан алынды. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры, күп классик һәм заманса пьесаларҙы башҡорт теленә тәржемәләүсе Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.