3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2016 йыл, 11:52

Ғинуар-март айҙарында төбәктә 500 мең квадрат метр самаһы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Ғинуар-март айҙарында Башҡортостанда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 494,8 мең квадрат метрлыҡ 5900 фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6,6 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Һәр мең кешегә 122 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың өлөшө ҙур — 69,9 процент. Быйыл беренсе кварталда республика халҡы үҙ иҫәбенә һәм кредит алып 345,7 мең квадрат метрлыҡ 3105 шәхси йорт төҙөгән — 2015 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 1,5 процентҡа күберәк.

Торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында килә. Йән башына торлаҡ тапшырыу буйынса иһә Татарстан, Ульяновск өлкәһе, Удмурт Республикаһы һәм Мари Иле Республикаһынан ҡала бишенсе урында.