9 декабрь, Йома

14 апрель 2016 йыл, 11:11

Башҡортостан Финанс министрлығы 2014 йылдағы облигациялар буйынса 170,5 миллион һум түләне

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Ведомствоның сайтында хәбәр итеүҙәренсә, 13 апрелдә Башҡортостан Финанс министрлығы 2014 йылдағы облигациялар буйынса алтынсы купон килемен түләүгә 170,5 миллион һум аҡса күсерҙе.

6 миллиард һумға облигациялар сығарыу 2014 йылдың 16 октябрендә урынлаштырылған. Әйләнеш срогы — 1638 көн. 18 купон түләү ҡаралған. Купон осороноң оҙайлылығы 91 көн тәшкил итә. Купон килеменең ставкаһы — йылына 11,4 процент.