8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2016 йыл, 10:15

Стәрлетамаҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты инспекцияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы гарантиялы төбәк юлдары рейтингына инде

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Стәрлетамаҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының иң яҡшы 10 гарантиялы төбәк юлдары иҫәбенә инде. Былтыр июль айынан декабргә тиклем 130 ҡала буйлап үткән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Юлдарҙың сифатын баһалайбыҙ!» инспекцияһы төбәктәрҙең рейтингын төҙөнө. Унда гарантиялы юлдарҙың торошо, ҡалалағы юл селтәренең һәм мәктәп, дауахана эргәһендәге инфраструктураның дөйөм торошо иҫәпкә алына. Топ-рейтингта тәүге урындарҙы Төмән, Саранск һәм Белгород биләне. Рейтингты Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабы ултырышында инспекция етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Васильев күрһәтте.

Исемлек аҙағында — Махачкала, Чита, Якутск, Ульяновск, Петропавловск-Камчатский, тип хәбәр иттеләр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтында.

Инспекторҙар дәүләт башлығының юл тармағын камиллаштырыуға һәм яңыртыуға йүнәлтелгән эштәренең нисек үтәлеүен тикшерҙе.

«Инспекция барышында тупланған мәғлүмәт тармаҡта хәлде камиллаштырыу буйынса артабанғы эшебеҙҙең төп нигеҙе буласаҡ. Мәҫәлән, юлдар һалыуға, әҙерлек һәм проект эштәренә талаптарҙың артыуы, шулай уҡ төҙөлөш һәм ремонт эштәренә гарантиялы сроктар тураһында закон проектын ҡабул итеү бюджет аҡсаларын экономияларға һәм юл селтәренең хеҙмәте итеү ваҡытын оҙайтырға мөмкинлек бирәсәк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Васильев.