3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2016 йыл, 17:08

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең яҡынса йәше билдәләнгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Австрияла Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәрҙең датаһын билдәләү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре тамамланды. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, һүрәттәр бик боронғо. Тикшеренеүҙәр рәсемдәрҙең 36400 йыл элек төшөрөлөүен күрһәтте. Уларҙың минималь йәше 14500 йыл элек билдәләнгән. Шулай итеп, мәмерйәнең аҫҡы ҡатындағы һүрәттәр 21900 йыл элек эшләнгән.

Тикшеренеүҙәрҙе Юрий Дублянский етәкселегендә уран-торий алымы менән Инсбрук университетының Геология институты белгестәре үткәргән. Сараны ойоштороуҙа һәм эштәрҙе башҡарыуҙа А.П.Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институтының төп ғилми хеҙмәткәре Юрий Ляхницкий әүҙем ҡатнашҡан.

«Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәрҙе өйрәнеү өсөн өлгөләр тау тоҡомон быраулап тишеү юлы менән алынды. Тергеҙеү эштәре реставратор Эудаль Гийаменың тәҡдименә ярашлы башҡарылды», — тип һөйләне Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең хронологияһын өйрәнеү маҡсатында ойошторолған ғилми-тикшеренеү эштәренә Башҡортостан Башлығының гранты бүленгән.