6 декабрь, Шишәмбе

13 апрель 2016 йыл, 16:27

Төбәктә иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы өсөн минималь хеҙмәт хаҡы 8900 һум тәшкил итәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда ағымдағы йылдың 1 майынан иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы өсөн минималь хеҙмәт хаҡын 8900 һум күләмендә билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Федераль кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, 2016 йылдың 1 июленән бюджет секторы өсөн эш хаҡы буйынса минималь планка 7500 һум күләмендә билдәләнгән. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы ултырышында хәбәр иттеләр.

Әлеге ваҡытта иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы өсөн минималь хеҙмәт хаҡы — 6900, бюджет өсөн алты мең һум тәшкил итә.

Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы ошо йылдың 1 июненән төбәктә иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы өсөн минималь эш хаҡын 8900 һум кимәлендә билдәләү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Республика профсоюздары рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин әйтеүенсә, бындай ҡарар «республикала эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәрергә, күләгәле эш хаҡын рәсмиләштерергә, шулай уҡ бюджетҡа физик берәмектәрҙең килеменә һалым керемен арттырырға мөмкинлек бирәсәк».

Башҡортостан Хөкүмәте һәм эш биреүселәр республика Профсоюздар федерацияһының тәҡдимен хупланы. Өҫтәүенә республика хөкүмәте иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы өсөн минималь хеҙмәт хаҡы күләмен 2016 йылдың 1 майынан билдәләргә тәҡдим итте.

«Тейешле документҡа киләһе аҙнала ҡул ҡуйыу күҙаллана», — тип хәбәр итте Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы координаторы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, республика Финанс министрлығында бюджет өлкәһенең түбән эш хаҡы түләнгән хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 7500 һумға тиклем еткереү буйынса яҡынса иҫәпләүҙәр башҡарылған.