Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш һәм архитектура, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, суд системаһы, иҡтисад һәм сауҙа, юриспруденция, хәүефһеҙлек, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 52 хеҙмәткәр, шулай уҡ йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәре почет грамотаһы, исемдәр, рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

– Бөгөн залда төрлө һөнәр эйәләре йыйылған. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенән бүләкләнеүселәр күп. Бөгөн инженерҙар эше тергеҙелә. Ил инженерҙарға, машина эшләү предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә мохтаж, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был башҡа тармаҡ вәкилдәренең, башҡа белгестәрҙең абруйын төшөрмәй. Беҙгә, республикабыҙға, йәмғиәтебеҙгә һәммәһе лә мөһим. Барыһы ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә. Артабан да шулай эшләүегеҙҙе теләйем. Көслө ил, көслө республика – һәйбәт йәшәү, кешеләр үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн бөтә нәмә лә бар.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть