9 декабрь, Йома

13 апрель 2016 йыл, 14:55

Республикала БДИ өсөн 100-ҙән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе белемен камиллаштырҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы мониторингы буйынса эксперттар әҙерләү буйынса күсмә белем биреү семинары барышында 100-ҙән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе белемен камиллаштырҙы. Имтихандарға йәмәғәт күҙәтеүселәрен йәлеп итеү тәжрибәһе Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә Рәсәй Йәштәр союзы тарафынан 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың бурысы — һөҙөмтәләрҙең ғәҙел булыуын тәьмин итеү, дөрөҫ мәғлүмәт биреү һәм имтиханда ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын үтәү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү барышын контролдә тотоу.

«Башҡортостан йыл һайын проектта ҡатнаша, вәкилдәребеҙ мониторинг уҙғарыу өсөн Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына бара, имтихан тапшырыу осоронда унда йәшәй. Республика командаһының белеме юғары булыуы һәм яҡшы һөҙөмтәләре федераль кимәлдә билдәләнә», — тип һөйләне Башҡортостандағы Рәсәй Йәштәр союзы рәйесе Диана Вәлиева.

Ойошманың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, күҙәтеүселәр араһында студенттар күберәк. Улар үҙҙәре яңыраҡ БДИ тапшырған һәм уҡыусыларҙың көслө стресс кисереүен яҡшы аңлай. Быйыл командаға өлкән ҡатнашыусылар ҙа ҡушылды, мәҫәлән, Рафаэль Ғәбитов — пенсионер, Сочиҙа үткән олимпиадала, Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттарында ирекмән булған.

«Мин үҫеп килеүсе быуынға битараф түгелмен, киләсәк улар ҡулында. Әгәр Берҙәм дәүләт имтиханы кеүек мөһим этап ғәҙел үтмәһә, был күп кешеләрҙең яҙмышына йоғонто яһаясаҡ. Мин һәр кем тейешле балл йыйһын һәм үҙенең мөмкинлектәренә ҡарап юғары уҡыу йортона инһен өсөн тәртип урынлаштырырға әҙер», — тине Рафаэль Ғәбитов.  

Ике йыл эсендә Йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусы ил буйынса ике меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәгән. Ойоштороусылар яғынан видеокүҙәтеү менән техник етешһеҙлектәр, металл детектор менән тикшергәндә проблемалар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында һөйләшеүҙәр кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар йыш күҙәтелгән.