4 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2016 йыл, 13:17

Аделина Заһиҙуллина — фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында бронза призер

фото: www.rusfencing.ru

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Омскиҙа фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты бара. Рапирасыларҙың шәхси турнирында Башҡортостандан Аделина Заһиҙуллина бронза призер булды.

Ярымфиналда Аделина буласаҡ чемпионка — Курск өлкәһенән Юлиә Бирюкованан еңелде — 9:15.

Финалда Бирюкова Мәскәү спортсыһы Яна Алборованы еңде — 15:14.