Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан радиоһы»ның йәш алып барыусыһы «Планета Медиа» халыҡ-ара фестивале дипломанты булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның йәш алып барыусыһы Силәбелә үткән «Планета Медиа» халыҡ-ара фестивале дипломанты булды.

Ун алты йәшлек Артур Әхтәмов — радионың иң йәш хеҙмәткәре. Ул «Ҡояшлы ҡала» тип аталған балалар тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. Программаларында ул тиҫтерҙәрен борсоған проблемалар хаҡында һөйләй. Наркотиктарҙы ҡулланыуҙың зарарлы булыуы, «атайҙар һәм балаларҙың» үҙ-ара мөнәсәбәттәре, армияла хеҙмәт итеү — темалар төрлө.

«От первого лица» һәм «Специальный репортаж» номинацияһында журналист «Армия: эстән ҡараш» тапшырыуы өсөн бүләккә лайыҡ булды. Ошо проект өҫтөндә эшләгәндә Артур бер нисә көн хәрби хеҙмәткә яңы ғына алынған һалдаттар менән казармала йәшәгән, һалдат бутҡаһын тәмләп ҡараған.

Спайс ҡулланған үҫмерҙең яҙмышы хаҡында «Мин бүтән наркоман түгел» программаһы ла жюри ағзаларының лайыҡлы баһаһын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть