10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2016 йыл, 12:08

Рөстәм Хәмитов республикала Һаулыҡ һаҡлау аҙналығын асыуҙа сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында барған «Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» медицина форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең төбәк аспектына арналды.

Республикалағы демографик хәл һаулыҡ һаҡлауҙың торошо хаҡында һөйләй, тип билдәләне республика Башлығы.

– 2015 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ һаулыҡ һаҡлауға 53 миллиард һум аҡса йүнәлттек. Шуның менән бергә үлем күрһәткестәрен кәметә алмайбыҙ. Беҙ демография, халыҡ һанын арттырыу, яңы кешеләр кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ. Тыуым кәмей, үлем осраҡтары арта. Тағы ла бер-ике йылдан демографик үҫеш йәһәтенән артта ҡалған төбәктәр иҫәбендә буласаҡбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Әммә был заманса йәмғиәт өсөн хурлыҡ, минең башҡа һүҙем юҡ.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, урбанизация процестары халыҡтың медицина хеҙмәттәре сифатына талаптарының артыуына килтерә. Бынан тыш, хәлде яҡшыртыу өсөн шарттар булдырылмаған. Медицина хеҙмәткәрҙәренә өҙлөкһөҙ белем биреү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙең дөйөм системаһы юҡ. Дауаханаларға һатып алынған ҡиммәтле ҡорамалдар белемле белгестәрҙең булмауы сәбәпле ҡулланылмай.

– Бер һүҙ менән әйткәндә, һорауҙар байтаҡ. Эш тә күп. Халыҡтың власҡа, һаулыҡ һаҡлау, кешеләрҙең йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү системаларына ҡарата талаптары ла арта. Беҙ барыһын да күрәбеҙ, һәм йыш ҡына халыҡтың талаптарынан артта ҡалабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, алға барайыҡ, уҡыйыҡ, заман талаптарына ярашлы эшләйек. Маҡсатыбыҙ бер – халыҡтың сәләмәтлеге. Ғәҙеллек өсөн медицинабыҙҙың көслө булыуын әйтеп китеү мөһим. Беҙҙә күренекле кешеләр эшләй. Әммә алға барырға кәрәк.