10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2016 йыл, 11:09

Баш ҡалала Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы сиктәрендә күргәҙмә асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Өфөләге «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» медицина форумы сиктәрендә күргәҙмә эшләй башланы.

Унда Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм Ҡаҙағстан Республикаһынан 120-нән ашыу компания ҡатнаша. Улар лаборатор ҡорамалдар һәм медтехника, табип практикаһы өсөн изделиелар, тергеҙеү медицинаһы тәҡдим итә. Күргәҙмә барышында килеүселәр өсөн Сәләмәтлек үҙәктәрендә кардиологта, терапевта, стоматологта, эндокринологта, шулай уҡ күсмә медицина модулдәрендә маммологта һәм акушер-гинекологта бушлай медицина тикшереүе ойошторолған.

Кисә был күргәҙмәгә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килде. Экспозицияны ҡараған саҡта республика Башлығы импортты алмаштырыу, сериялы етештереүҙә инновациялы алымдар ҡулланыу, төбәктәр араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле күрһәтмәләр бирҙе.

Мәҫәлән, Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге «Генериум» компанияһының эштәре менән ҡыҙыҡһынды, унда гемофилия, туберкулез, склероз, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау өсөн биотехнологик препараттар етештерелә.

«Дәүләт аптекаһы» стенды янында республика Башлығы дарыуҙарға хаҡтың артыуы мәсьәләһен күтәрҙе.

Төбәк етәксеһе форумда ҡатнашыусылар менән күргәҙмә хаҡындағы тәьҫораттары менәнуртаҡлашты.  

– Бөгөн күргәҙмәне иғтибар менән ҡарап сыҡтым. Импортты алмаштырыу һүҙҙә генә ҡалмаҫҡа тейеш, тип әйтә киләм. Ошо залда – табиптар һәм ҡорамалдар, дарыуҙар һатып алыу менән шөғөлләнгән кешеләр. Һеҙгә ярайһы уҡ ҡаты итеп әйтәм: туҡтағыҙ, Рәсәй баҙарында нимә бар, нимә һатып алырға, беҙҙең системаға ниндәй яңылыҡ индерергә мөмкин икәнлеген ҡарағыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яҡшы ҡорамалдар, препараттар, белгестәр бар – улар менән бәйләнешкә сығығыҙ.