Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Еңеү байрағы эстафетаһы бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда Еңеү байрағы эстафетаһы дауам итә. Акция «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге лицейҙың тамашалар залында Өфөнөң Орджоникидзе районына совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең рәсми символын һәм «Үлемһеҙ полктың» байрағын тапшырыу тантанаһы үтте.

Осрашыуҙың рәсми өлөшөнән һуң район мәктәптәрендә тантаналы линейкалар һәм Хәтер вахтаһы ойошторола.

14 апрелдә байраҡтар — 98-се, 18-дә 109-сы мәктәпкә тапшырыла. 19 апрелдә 156-сы мәктәп «Еңеү байрағын ҡаршылау» республика патриотик эстафетаһын тамамлай. Һуңынан Еңеү байрағын Өфөнөң Калинин районына күсә.

Еңеү байрағын тәүгеләрҙән булып Дим районы ҡабул итте. Символ тантаналы рәүештә 101-се мәктәпкә тапшырылды, һуғыш йылдарында унда хәрби госпиталь булған. Һуңынан эстафета 123-сө лицейға күсте. Дим районында Еңеү символы бер аҙна булды, артабан ул Ленин, Киров, Совет, Октябрь, Орджоникидзе райондарына тапшырылды. Акция Өфөнөң Калинин районында тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть