Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙғарыла. Ошо хаҡта Санкт-Петербургтағы «Башҡортостан» ойошмаһы рәйесе Люция Буканова хәбәр итте. 29 апрелдә киске сәғәт 7-лә төньяҡ баш ҡалала йәшәүселәрҙе И.И.Газа исемендәге Мәҙәниәт һарайына саҡыралар (Стачек проспекты, 72, «Киров заводы» метро станцияһы). Башҡорт мәҙәниәте көнө Санкт-Петербургта башҡорттарҙың тәүге, рәсми теркәлгән йәмәғәт ойошмаларының юбилейына: «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле ойошторолоуға 30 йыл тулыуға һәм «Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына арналған. Сара Санкт-Петербургта Мосолман мәҙәниәте көндәрен байрам итеү сиктәрендә үткәрелә.

Унда Өфөнән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле «Бер ғаиләлә» тип аталған ҙур концерт менән сығыш яһай. Программала — башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары, шулай уҡ Башҡортостанда йәшәгән рус, украин, төрөк, йәһүд, белорус, молдаван, ҡаҙаҡ, татар, мари, сыуаш, Кавказ халыҡтарының фольклоры.

Концерт башланғансы Мәҙәниәт һарайында «Санкт-Петербургтағы башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында» фото- һәм видеокүргәҙмәләр, «Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының һәм төрлө милләт шәхестәренең Санкт-Петербургтың мәҙәни, социаль һәм ижтимағи тормошона индергән өлөшө» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола.

13 апрелдә Милли әҙәбиәт китапханаһында Санкт-Петербургтағы башҡорт ойошмаһының йыйылышы була.

Белешмә өсөн телефон: (812) 783-32-78, 998-21-36, 8-931-970-14-15.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть