Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәрҙең кредит юллау рейтингы уртаһында килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Башҡортостан Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәрҙең кредит юллау рейтингында 39-сы баҫҡысты биләй. «СеверИнформ» мәғлүмәт-аналитика агентлығы эксперттары Рәсәй Үҙәк банкының 2016 йылдың 1 мартына ҡарата мәғлүмәттәрен тикшергән.

Рейтингка ярашлы, Башҡортостанда йәшәгән һәр кем, ҡарттарҙы һәм балаларҙы ла иҫәпкә алып, банктарға яҡынса 67 мең һум бурыслы. Республикала банктар физик берәмектәргә дөйөм суммаһы 271,99 миллиард һумлыҡ кредит биргән. Ағымдағы йылдың 1 мартына түләнмәгән бурыс күләме 26,63 миллиард һум тәшкил итә.

Ямал-Ненец автономиялы округы беренсе урынды биләй, унда һәр кешегә 180 мең һумдан ашыу тура килә. Рейтингтың һуңғы баҫҡысында — Ҡырым Республикаһы, һәр кешегә 3,8 мең һум.

Дөйөм алғанда, ил буйынса халыҡтың банктарға 10569,4 миллиард һум бурысы бар. Һәр рәсәйлегә уртаса 72 мең һум тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть