4 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2016 йыл, 15:52

1 майҙа баш ҡалала фонтандар эшләй башлай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 1 майҙа Өфөлә, ғәҙәттәгесә, фонтандар эшләй башлай. Фонтандарҙы асыуға әҙерлек барышында ҡала хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре уларҙың техник торошон тикшерә. Был хаҡта Киров районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Бөгөн «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» хеҙмәткәрҙәре В.И.Ленин исемендәге парктың биләмәһен таҙарта: былтырғы япраҡтарҙы һәм үләндәрҙе йыйыштыра, баҫҡыстарҙы һәм бордюрҙарҙы бысраҡтан таҙарта, сәскә түтәлдәре эшләй. «Өфө ҡала яҡтылығы» хеҙмәткәрҙәре фонарҙарҙы тикшерә, бағаналарҙы буяй, янған лампочкаларҙы алмаштыра.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Ғафури исемендәге паркта балалар өсөн аттракциондар тәртипкә килтерелгән, уларҙың хәүефһеҙлеген тикшереү тамамлана. Велосипедсылар өсөн өс саҡрымлыҡ махсус юл һалынған. «Ҡашҡаҙан» паркы биләмәһе сүп-сарҙан таҙартылған.