7 декабрь, Шаршамбы

12 апрель 2016 йыл, 15:14

Өфөлә инглиз телендә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр һәм тамғалар хаҡында үҙенсәлекле китап донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә инглиз телендә «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр һәм тамғалар» исемле китап баҫылып сыҡты. Баҫманың авторҙары — Юрий Ляхницкий, Олег Минников һәм Антон Юшко, инглиз теленә Зөһрә Рәхимова тәржемәләгән.

Каталогта Көнсығыш Евразия өсөн уникаль палеолит осорондағы һүрәттәрҙе сағылдырған яңы материалдар тупланған. Уны А.П.Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология институты хеҙмәткәрҙәре һәм Рус география йәмғиәте ағзалары асыҡлаған.

Нәшриәттең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, каталогта 195 һүрәт бар, уларҙың күбеһе һуңғы йылдарҙа табылған. Эш барышында рәсемдәр төркөмдәргә бүленгән. Зооморф рәсемдәрҙән (мамонттар, ҡуйы йөнлө мөгөҙморондар, аттар һәм үгеҙҙәр) тыш, мәмерйәлә төрлө геометрик тамғалар һәм таптар һүрәтләнгән. Уларҙың күбеһен компьютер алымы ярҙамында танырға мөмкин. Үткәрелгән тикшеренеүҙәр борон Көньяҡ Уралда үҙенсәлекле палеолит мәҙәниәте үҙәге булыуы хаҡында һөйләй.

Яңы китап «Китап» нәшриәте магазиндары кәштәләренә ҡуйылған да инде.

темалар: китап сығарыу