3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2016 йыл, 14:30

Республиканың алты районында яҙғы баҫыу эштәре башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың алты районында яҙғы баҫыу эштәре башланды.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Илеш, Мәләүез, Саҡмағош һәм Шишмә райондары аграрийҙары ужым культураларын туҡландыра. Бүздәк, Илеш, Мәләүез, Саҡмағош һәм Шаран райондарында күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу, Мәләүездә иһә дым ҡаплатыу бара.

Әлеге ваҡытта төбәктә 2,3 мең гектар майҙанда йәғни майҙандың 0,7 процентында ужым культуралары туҡландырылған. Күп йыллыҡ үләндәр — 1,3 мең гектар майҙанда (0,7 процент), 10 гектар ерҙә (0,01 процент) дым ҡаплатылған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әле Шишмә һәм Илеш райондары хужалыҡтарында ужым культураларын туҡландырыу әүҙем бара. Күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу буйынса — Илеш һәм Бүздәк райондарында.