10 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2016 йыл, 13:11

Рөстәм Хәмитов: «Праймериз конструктив идеяларҙы күрһәтеү, яңы сәйәси лидерҙарҙы асыҡлау өсөн уҙғарыла»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа артабан ҡатнашыу өсөн партияның алдан тауыш биреүендә (праймериз) ҡатнашыуға документтарын тапшырған «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары һәм партияһыҙҙар менән осрашты.

2015 йылдың аҙағында партияның башланғысы буйынса «Кандидат» махсус проекты эшләй башланы, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Уның сиктәрендә праймеризда ҡатнашыусылар М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Улар менән политологтар, иҡтисадсылар, юристар, уҡытыусылар, психологтар эшләй.

– Теория мөһим, әлбиттә. Әммә ысын сәйәсмән өсөн практика ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә дебаттар, һайлаусылар менән осрашыуҙар – һөнәри үҫештең иң яҡшы формаһы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Халыҡ менән аралашмайынса бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ. Осрашыуҙарҙан ҡасырға, ҡурҡырға ярамай. Граждандар ғәҙел тәнҡитләй, ғәҙел һорауҙар бирә. Дөйөм алғанда, власҡа һәм партия вәкилдәренә мөнәсәбәт һәйбәт.

Төбәк етәксеһе партия проекттары, шул иҫәптән «Реаль эштәр», «Халыҡ контроле», «Тормош сифаты» һәм башҡалар идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһим механизмдарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҡын арала социаль яҡтан яҡланмаған кешеләр төркөмөнә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Изгелек кәрзине» һәм төбәктә эске туризмды үҫтереү буйынса «Республиканы ас» проекттары башлана.

– Һөҙөмтәле эшләү өсөн төбәктә «Берҙәм Рәсәй»ҙең һәр кандидаты үҙенә ярҙам итәсәк кешеләрҙән торған команда тупларға тейеш. Улар урындарҙа, ваҡиғалар уртаһында буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был эшкә хәҙерҙән үк тотонорға кәрәк.

Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 108 кеше, шул иҫәптән 62 партия ағзаһы, алты партия яҡлылар һәм 40 партияһыҙҙар күрһәтелгән.

– Праймериз үткәс тә һеҙҙең арала иптәштәрсә мөнәсәбәттәрҙең һаҡланыуы мөһим. Аңлашыла, барыһы ла төп һайлауҙарға сыға алмаясаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер һеҙ берҙәм команда, «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре булараҡ сығыш яһайһығыҙ. Үҙ-ара ярышығыҙ, әммә был ярыш конфликтҡа алып килмәһен.