Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

11 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты. Осрашыуҙа милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Беҙ илдә һәм республикала барған ваҡиғаларға милләт-ара сәйәсәттең тәьҫир итеүенә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Был мәсьәләнең ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда кешеләр быуаттар буйына бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Беҙҙә бер ҡасан да милләт-ара ыҙғыштар булмаған. Бөгөнгө хәлде тыныс тип баһалайбыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән көсөргәнеш тыуа. Граждандарыбыҙ ошо ҡатмарлы мәсьәләләрҙе йомшартырға, ситкә сығармаҫҡа тырыша.

Игорь Баринов бер йыл элек булдырылған Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ алдындағы бурыстар хаҡында һөйләне.

– Федераль кимәлдә етди ҡарарҙар һәм стратегия ҡабул ителгәйне. Башҡарма властың 15 федераль органы үҙҙәренең дәүләт программаларында этноконфессия мәсьәләләре хаҡында һөйләй, әммә системалы рәүештә эш алып барылмай. Биш-алты төбәкте иҫәпкә алмағанда, бындай эш бик һүлпән бара, – тине агентлыҡ етәксеһе. – Беҙ 85 субъекттың барыһына ла милләт-ара, конфессия-ара мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк бүлек берҙәм блокка берләштерелергә һәм төбәк башлығының эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары етәкселегендә булырға тейеш тигән тәҡдим индерә башланыҡ. Реаль сәйәсәт субъект, муниципалитеттар кимәлендә бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть