10 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2016 йыл, 10:45

Был аҙнала Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, төньяҡта ямғыр яуасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда атмосфера баҫымы юғары буласаҡ, әммә төньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, һауа температураһы норманан 5-7 градусҡа юғары. Болотло көндәрҙә көндөҙ температура түбәнәйәсәк.

Шишәмбе, 12 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, көндөҙ +9,+14.

Шаршамбы, 13 апрелдә, шулай уҡ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төндә тотороҡһоҙ, көндөҙ көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +11,+16.