4 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2016 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов менән осрашты. Осрашыу барышында милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Ошо көндәрҙә республикала «Төркиҙәр алтыны» төрки йәштәренең халыҡ-ара форумы уҙа, тип билдәләне республика Башлығы.

– Беҙ көн тәртибен төрки халыҡтары вәкилдәре Өфөлә бер-береһе менән танышып, киләсәккә берлектә эш алып барыу юлдарын билдәләһен өсөн махсус рәүештә шулай булдырҙыҡ. Ошо идеяны күтәреп сыҡҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һәр саҡ толерантлыҡ, үҙ-ара дуҫлыҡ принциптарынан сығып эш итәбеҙ. Төрки халыҡтары Рәсәй сиктәрендә генә түгел, Таможня союзына ингән илдәр сиктәрендә лә аралаша алыуын аңлайбыҙ.

Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары форумдың мөһим сара булыуын билдәләне.

– Был форумдың маҡсаттары дөрөҫ: Рәсәй халҡының берҙәмлеген нығытыу, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, туғандаш халыҡтарҙың йәштәре менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү. Ошондай саралар милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға, төбәктә тыныслыҡты һәм татыулыҡты тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә, тип иҫәпләйем, – тине Магомедсалам Магомедов. – Әлбиттә, Башҡортостан флагмандарҙың береһе булып тора. Илебеҙҙә төрки төркөмөнә ҡараған 29 халыҡ йәшәй. Башҡорт халҡы – күп һанлыларҙың береһе. Республиканың һәм башҡорт халҡының илдең үҫешенә индергән өлөшө ғәйәт ҙур.

Магомедсалам Магомедов республикала барған ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.

– Килгән һайын республика, Өфө матурая. ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙең уңышлы тәжрибәһе халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыу үҙәктәренең береһе булараҡ республиканың тәжрибәһен тағы ла байытты, – тине ул. – Башҡортостан һәм Өфө төрки республикаларының ғына түгел, ҙур илебеҙҙең мәҙәни, сәйәси баш ҡалаһы.