Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә эш биреүселәрҙән тәҡдимдәр артҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Апрель башында Өфөлә эш биреүселәрҙең әүҙемлеге артҡан. Эш тәҡдим итеүселәр һаны өс процентҡа күбәйгән. Superjob.ru Европаның ҙур рекрутинг порталы ошондай мәғлүмәт килтерә.

Медицинала һәм фармацевтикала һиҙелерлек үҫеш күҙәтелгән. Медицинала тәҡдимдәрҙең яртыһынан ашыуы табиптарға тура килә, терапевтарға ихтыяж ҙур. Вакансияларҙың 15 проценты — фармацевтарға, 13-ө шәфҡәт туташтарына йүнәлтелгән.

Өфөлә табиптарға уртаса 30-50 мең һум тәҡдим итәләр, әммә һирәк булған белгестәр һәм юғары квалификациялы табиптар өсөн хеҙмәт хаҡы күберәк. Мәҫәлән, табип-диетолог 150 мең һумға тиклем алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть