3 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2016 йыл, 17:22

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре башланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған ял көндәрендә Илеш һәм Шишмә райондарында яҙғы баҫыу эштәре башланды.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ике көн эсендә Илеш игенселәре 1,4 мең гектар майҙанда ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырҙы.

Шишмә районында «Агропромбизнес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ужым культураларын туҡландырыу бара. Хужалыҡ минераль ашлама индереү өсөн санитар авиация йәлеп иткән. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә бында яҡынса 900 гектар ер эшкәртелгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, былтырғы менән сағыштырғанда быйыл яҙғы баҫыу эштәре Башҡортостан аграрийҙарына 15 процентҡа ҡиммәтерәккә төшәсәк. Уларҙы үткәреү өсөн сығымдар 7,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Быйыл Башҡортостанда 3,2 миллион тоннанан кәм булмаған, йәғни 2015 йылға ҡарағанда биш процентҡа күберәк ашлыҡ йыйып алырға ниәтләйҙәр. Әле иген етештереү күләме республиканың эске ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. Әммә 2020 йылға, ҙур инвестиция проекттарының тамамланыуын һәм тышҡы баҙарға сығыуын иҫәпкә алып, төбәккә 1,5 миллион тонна кәрәк буласаҡ. Эксперттар әйтеүенсә, республиканың биоклиматик ҡеүәте ашлыҡ етештереүҙе 4,2 миллион тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирә.